Ғәйепләнеүсе бер ни тиклем ваҡыт төҙөлөштә төрлө эштәрҙә эшләй, әммә уны эш хаҡы ҡәнәғәтләндермәй. 2023 йылдың сентябрендә ул тыйылған матдәләр таратыусы вакансияһы тураһында иғлан күрә. Вәғәҙә ителгән килем егетте йәлеп итә һәм ул енәйәт эшенә тотона.
Ҡулға алынған кешенең йәшәү урынын тикшереү барышында 13 грамм каннабис һәм 10 грамм гашиш алынған. Енәйәтсе үҙ ғәйебен таный. Әлеге ваҡытта ҡулға алынған кешегә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшөндә һәм 228.1-се статьяһының 4-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул һаҡ аҫтында.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.