Бер ҡатын таныш ирҙе ҡунаҡҡа саҡырған. Бергә эскәндәр. Һуңынан ҡатын 35 мең һум аҡсаһының юғалғанын белеп ҡалған да, полицияға хәбәр иткән.
Ә ир уны мендәр аҫтынан табыуын әйткән. Табыуын тапҡан, хужабикәгә күрһәтмәй генә алған бит. Ҡатындың өйөндәге аҡса ситтән килеп ятмағандыр ҙа инде?
Суд булғас, ир ғәйебен таныған, үкенеүен белдергән. Уға 30 мең һум күләмендә штраф та түләү хөкөм сығарылған. 35 мең һум аҡса "табып" ҡыуанған берәү...