Янғындың хәүефле факторҙары тәьҫир иткән зонанан 3 кеше ҡотҡарылған.
Фажиғә сәбәптәре һәм уның шарттары асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәфтишсеһе эшләй. Шулай уҡ инцидент шарттарын өйрәнеү һәм бындай осраҡтарға юл ҡуймау буйынса артабанғы анализ маҡсатында ваҡиға урынына Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты инструкторы барған.
Фото: МЧС РБ.