Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2024, 05:07

"Борзый" кәләш алып ҡайтҡан

Махсус хәрби операцияла ирекле яугир булараҡ ҡатнашҡан "Борзый" позывнойлы яҡташыбыҙ Донецкиҙа мөхәббәтен тапҡан.

"Борзый" кәләш алып ҡайтҡан"Борзый" кәләш алып ҡайтҡан
"Борзый" кәләш алып ҡайтҡан

МХО-ға Ауырғазы районынан киткән яугир инде бер йыл фронтта. "Борзый" - пулемет взводы командиры. Яуҙа ла мөхәббәткә ваҡыт бар.

Егет икенсе тапҡыр ялға ҡайтҡанында яңғыҙы ғына булмаған, ә кәләш алып ҡайтҡан, тип яҙа "Аургазинский вестник" гәзите. Килен - Донецкиҙан Катерина исемле ҡыҙ. Яугир уны ата-әсәһе менән таныштырған. Катя Башҡортостанда тәүге тапҡыр. Уға милли аш-һыу оҡшаған, ҡарҙың күплеге аптыратҡан. Йәштәр кире Донбассҡа юллана. "Борзый" хеҙмәтен дауам итә, ә кәләше - эшен.

Әйткәндәй, "Борзый" былтыр октябрҙә Шайморатов миҙалы менән наградланғайны ("Борзый"ҙы ҡотлайбыҙ! (ye102.ru).

Фото: aur-vesti.info

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас