Баш ҡала хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүлиев “РЖД” ойошмаһы менән берлектә эшләнәсәк эштәр тураһында һөйләне.
Беренсе проект – “Ҡала электричкаһы”. Ул Шаҡша менән Дим араһында йөрөйәсәк электр транспорты. Был йүнәлештә эштәр быйыл башланасаҡ.
Әйткәндәй, “Яркий” (Дим янында) биҫтәһе лә үҫә, шунлыҡтан уның тапҡырында өҫтәмә станция булдырыу ҡарала.
Икенсе проект – Өфөнө көньяҡлап урап сығыу. Был – ҙур һәм оҙайлы проект. Уны ғәмәлгә ашырыу ҡулса тимер юлы төҙөү тигән һүҙ.
Фото: vk.com (Өфө ҡалаһы хакимиәте төркөмөнән).