Тик бер әтнәкеһе бар: "социаль кәштә" ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡан аҙыҡ-түлектән торасаҡ. Унан продукцияны ярлылар, етешһеҙ йәшәгән кешеләр, пенсионерҙар бушлай ала ала.
Был башланғыс - «Справедливая Россия — За правду» партияһы фракцияһынан.
Авторҙар аңлатыуынса, бөгөн артыҡ продукцияны тәләфләү проблемаһы бар. "Росстат" хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары мөһим продукттарҙан - ярмалар, һөт аҙыҡтары, йәшелсәләрҙән тора.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә 14,3 миллион кеше (2022 йыл йомғаҡтары буйынса) ярлы тормошта көн күрә. Ризыҡты ҡалдыҡ иткәнсе шундайҙарға бушлай бирергә лә мөмкин.