Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Алһыу социаль селтәрҙәге сәхифәһендә атаһы юбилейы менән тәбрикләп, "Дочь отца" клибын һалған.
- Бөгөн атайымдың юбилейы - 70 йәш!
Атайым - минең ғорурлығым, кумирым, ул үҙенең эшһөйәр, ҡыйыу, йомарт, кешелекле булыуы менән мине һоҡландыра һәм илһамландыра. Мин бәхетле ҡыҙ, ошо тормошом өсөн Хоҙайыма рәхмәтлемен.
Атайыма, шулай уҡ барлыҡ ата-әсәләргә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем!– тип яҙған йырсы.