***
Һағынғанда аҡ болотҡа ҡара,Аҡ болоттар булып мин ағам...(йырҙан)Һағынғанда тәҙ(е)рәңә ҡара,Һалҡын быялала юҡ һырҙар.Шаҡырайған пластик тәҙрә ашаТалғын ғына яуа шул уҡ ҡар.Һағынағанда сыҡ һин бурандарға,Саҡыра, ана, ҡарлы һуҡмактар.Барыһы ла күптан үҙгәрҙеләр,Яуа бары шул уҡ көмөш ҡар.Юйылһа ла ҡар өҫтөндә эҙҙәр,Көтөп олой ҡарлы бурандар.Шығыр - шығыр аяҡ аҫтарындаҠушылып йырлай бары ап - аҡ ҡар.Сығам шулай мин дә бурандарға,Күҙҙәремдә - һаран йәштәрем.Иҫкән елдәр:"Онот инде" - тиҙәр,"Онот инде"- тиҙәр төштәрем.Юлдарыма буран ҡарҙар һалған,Аҙашҡанмын торам аптырап.Үҙем һаман ҡарлы сәләмемдеЕлдәр аша һиңә тапшырам.Һағынғанда тәҙ(е)рәңә ҡара,Аҡ бурандар булып мин ҡағам.Төштә генә килеп күҙәтәм дә,Ҡар - буранға инеп юғалам...Альбина Муллағол - Ғәлиуллина