2021 йылдың июненән 2022 йылдың майына тиклем банкротлыҡ процедураһы индерелгән предприятиела 72 хеҙмәткәргә эш хаҡы түләнмәй. Бурыстың дөйөм суммаһы 17 миллион һумдан ашып китә.
Ойошма һәм уның етәксеһе бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Директор адресына шулай уҡ ҡануниәтте боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында иҫкрмә яһала .
Прокуратура вәкилдәре ҡыҫылғандан һуң ғына хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары тергеҙелә, уларға тейешле хеҙмәт хаҡы тулыһынса ҡайтарыла.
Фото: Т. Аманов