Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2024, 08:15

Белоретта мәктәп асылды

Белоретта күләмле реконструкциянан һуң 8-се мәктәп асылды.

Белоретта мәктәп асылдыБелоретта мәктәп асылды
Белоретта мәктәп асылды

 Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә барышында яңыртылған уҡыу йортоноң эшенә рәсми старт  бирелде.

Белем усағына рекононструкция   республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса алып барылыуы билдәле. Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта билдәләүенсә, мәктәп муниципалитетта иң ҙуры булып тора һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

"2018 йылда Белоретҡа тәүге сәфәрҙәремдең береһендә ата- әсәләр мәктәпте төҙөкләндереү кәрәк, тигән тәҡдим менән сыҡайны. Беҙ уны, Аллаға шөкөр, тамамланыҡ. Был мәктәп– иң яҡшы мәктәптәрҙең береһе, ул матур, заманса, уңайлы килеп сыҡты.

Ғөмүмән, Белорет районының мәғариф системаһы бик күп һәләтле сығарылыш уҡыусыларын бирә, шуға күрә һеҙгә уңыштар теләйбеҙ. Хәйерле юлға!"- тине Радий Хәбиров.

   Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башта мәктәп 300 урынға иҫәпләнгән ине, әммә капиталь ремонттан һуң ул 800-гә тиклем уҡыусыны һыйҙыра ала. Төҙөкләндергәндән һуң скалодром  менән иркен спорт залы булдырылған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас