Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2024, 06:48

Байрамдар бөттө, байрамдар - алда

Нимә, нимә, ял һәм байрам беҙҙә етерлек. Ай һайын - байрам.

Байрамдар бөттө, байрамдар - алдаБайрамдар бөттө, байрамдар - алда
Байрамдар бөттө, байрамдар - алда

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда республикала 118 ял көнө бар.

Киләһе оҙайлы ял - февралдә. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан 23 февралдән 25-енә тиклем ял итәбеҙ.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы 8-10 мартта өс көн рәттән ял була.

10 апрелдә - Ураҙа байрамы. Май байрамдарында иһә ике тапҡыр дүртәр көнлөк ял бирелә: 28 апрелдән 1 майға һәм 9 майҙан 12-һенә тиклем.

Июндә Башҡортостанда Рәсәй көнө (12 июндә) һәм Ҡорбан байрамы (16 июндә) уңайынан өҫтәмә ял көндәре көтөлә.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ҡарата 3 һәм 4 ноябрҙә ял була.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас