Зыян күреүсенең һүҙҙәре буйынса, уны социаль мессенджерҙарҙың береһендә өҫтәмә эш хаҡы тураһында иғлан ҡыҙыҡһындыра. Эштең асылы ҡунаҡхана номерҙарын түләүле бронләүҙә тора. Йәнәһе лә, һуңынан бронь ғәмәлдән сығарыла, ә эш биреүселәр аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙә итә. Эш хаҡы менән бергә. Ҡатын банктың мобиль ҡушымтаһы аша аҡса күсерә. Тик эш хаҡы ла, үҙенең аҡсаһы ла кире ҡайтарылмай.
Ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә мутлашыу факттары тураһында күп тапҡырҙар: киң мәғлүмәт сараларынан, мәғлүмәт стендтарынан һәм пособиеларҙан, яҡындарынан ишеткәнен һөйләгән. Әммә ҡатын кәңәштәрҙе тыңламай, бына шуға ла енәйәтселәр тоҙағына ҡаба.
Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенән Ләйсән Атнағолова хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.