Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2024, 14:00

Ниндәй инфекциялар янай?

Коронавирус та, киҙеү ҙә, ОРВИ кеүек вируслы сирҙәр һәр саҡ беҙҙең янда ғына. Быйыл коронавирус төрҙәре — хәүефле инфекцияларҙан ҡотолоп буласаҡмы?

Ниндәй инфекциялар янай?Ниндәй инфекциялар янай?
Ниндәй инфекциялар янай?

Профессор-вирусолог, медицина фәндәре докторы Александр Лукашев белдереүенсә, бөтә донъяла вирустарҙың төрлө варианты тарала, яңылары барлыҡҡа килә.

Коронавирус та тиҙ генә юҡҡа сыҡмаясаҡ. Коллектив иммунитет булһа, бер аҙ тынып торасаҡ. Тик кешенең иммун системаһы бик көсһөҙләнде, ҡаҡшаны. Әллә заман ағышы сәбәпсе, әллә кеше үҙе һаулығына төкөрөп ҡарай...

Респиратор сирҙәр миҙгеле, ғәҙәттә, көҙҙән яҙға тиклем дауам итә. Унан һуң, бер аҙ тынысыраҡ була. Әлегә бер белгес тә COVID – 19-ҙың ҡасан тамам бөтәсәген әйтмәне...

Һаҡланғанды Аллаһ һаҡлар!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас