Яугирҙарҙың был төркөмөнә Яңы йылды өйҙә ҡаршылау бәхете тейҙе. Уларҙы кире фронтҡа оҙатырға яҡындары-дуҫтарынан башҡа БР Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ирек Сәғитов, БР Хәрби комиссариатының бүлек начальнигы Альберт Ғилманов, Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Алибаков килгәйне.
Ирек Сәғитов ир-егеттәрҙе Радий Хәбиров исеменән сәләмләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, һәр ваҡыт ярҙам итәсәгебеҙҙе белдерҙе.
- Һеҙ - батырлыҡ һәм героизм өлгөһө. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Бөтә бурысығыҙҙы лайыҡлы үтәрегеҙгә лә ышанабыҙ. Салауат тоҡомдары сигенә белмәй! Һеҙҙең еңеү менән имен-һау ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ! - тине вице-премьер.
Яугирҙар ялды яҡшы үткәргән, ғаиләләре менән бергә булған, ҡунаҡҡа йөрөгән, хужалыҡтағы эштәрҙе эшләгән.
Уларҙың һәр береһенең иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Сығанаҡ һәм фото: "Башинформ".