Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2024, 05:15

Мауыҡтырғыс тамашаға балаларығыҙҙы алып барығыҙ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия дәүләт драма театры «Юғалған ваҡыт тураһында әкиәт»кә саҡыра. Бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-лә ҡуйыла. Өлгөрөп ҡалығыҙ! 

Мауыҡтырғыс тамашаға балаларығыҙҙы алып барығыҙМауыҡтырғыс тамашаға балаларығыҙҙы алып барығыҙ
Мауыҡтырғыс тамашаға балаларығыҙҙы алып барығыҙ

"Евгений Шварцтың «Юғалған ваҡыт тураһында әкиәт»е һәр беребеҙгә бала саҡтан яҡшы таныш: бөтә эште лә «аҙаҡ эшләрмен әле» тип йөрөгән Петя исемле малай хаҡындағы тарих беҙҙе ғүмерҙең һәр минутын ҡәҙерләргә өйрәтә.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында әкиәт заманға яраҡлаштырып сәхнәләштерелде: өсөнсө класс уҡыусыһы Петя Зубов гаджеттарҙан айырыла алмай үҙ ваҡытын бушҡа сарыф итә. Һәм бына бер көндө уның ваҡытын яуыз тылсымсылар урлай… Улар «ЛОСТ ТАЙМ» («Юғалған ваҡыт») ҡушымтаһы ярҙамында малайҙы һәм уның кеүек гаджеттарҙы ҡулынан ысҡындырмаған тағы өс уҡыусыны ҡарттарға әйләндерә. Юғалған ваҡыттарын ҡайтарыу өсөн Петя үҙенең яңы дуҫтары менән тылсымсыларҙың офисына юллана…

Спектакль балаларға ла, өлкәндәргә лә ғүмерҙе бушҡа уҙғарып бер нәмәгә лә өлгөрмәү ихтималлығын күрһәтә, уйланырға мәжбүр итә. Юғалған ваҡыт артынан мауыҡтырғыс сәйәхәткә сығырға әҙер булған һәр кемде театрыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ!" - тип матур тамашаға саҡыра яратҡан театрыбыҙ.

Рәхим итегеҙ! Тамаша башҡорт телендә уйнала (6+). Билеттар бар. Театр кассаһының телефоны: 272-35-33.

Фото: bashdram.ru

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас