+24 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2024, 12:00
Афарин, Реана!
Өфөнөң "Толпар" спорт клубында шөғөлләнеүсе Реана Кинйәбулатова шахмат буйынса Башҡортостан беренселегендә сираттағы тапҡыр үҙенең ысын оҫта икәнен күрһәтте. Ете партия уйнап, етәүһендә лә еңде ул.
Афарин, Реана!
Учалыла туғыҙ йәшкә тиклемгеләр араһында шахмат беренселеге уҙҙы. Өфө ҡыҙы инде икенсе йыл рәттән "алтын" яулай. Реана беренселектәрҙә биш йәшенән ҡатнаша башлай, алты йәшендә "көмөш" миҙал ала, ете һәм һигеҙ йәштәрендә алтынды берәүгә лә бирмәй. Хатта үҙенән ҙурҙарҙы ла еңә лә ҡуя!
Ҡыйыу шахматсыға быйыл майҙа ил кимәлендә үтәсәк чемпионатта Башҡортостан намыҫын яҡлау бәхете тейҙе. Һынатмаҫ ул шәп ҡыҙыҡай! Әйткәндәй, уның исеме донъя шахматсыларына таныш инде.
Фото:
спортклуб «Толпар».
Автор:
Алһыу Ишемғолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"