Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар 2024, 13:00

Башҡортостанда халыҡ нимәнән үлә?

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре үлем сәбәптәре тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Башҡортостанда халыҡ нимәнән үлә?Башҡортостанда халыҡ нимәнән үлә?
Башҡортостанда халыҡ нимәнән үлә?

Ведомство докладына ярашлы, беҙҙә кеше иң күбе йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән вафат була. Республикалағы бөтә үлем осрағы күрһәткесенең 35,5 проценты тап ошо сәбәптән.

Артабан яман шеш (12,6 процент), тышҡы сәбәптәр (7,5 процент), тын юлдары сирҙәре (6,4 процент), эндокрин сирҙәр (5,9 процент) төп сәбәптәр иҫәбендә.

Һаулыҡтан да ҡәҙерле һәм ҡиммәт нәмә юҡ! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.

Фото: UfaTime.ru

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас