Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2024, 10:30

"Һөт кухняһы" тәмле лә, шифалы ла ризыҡтар етештерә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылда республикала өс йәшкә тиклемге балаларҙы экологик яҡтан таҙа һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүсе дәүләт автономиялы учреждениеһы булдырыла.  

"Һөт кухняһы"  тәмле лә, шифалы ла ризыҡтар етештерә"Һөт кухняһы"  тәмле лә, шифалы ла ризыҡтар етештерә
"Һөт кухняһы" тәмле лә, шифалы ла ризыҡтар етештерә

Һөт кухняһы эшләгән арауыҡта урындағы етештереүселәрҙән эшкәртеүгә 10,6 мең тонна һөт ҡабул иткән. Ошо сеймалдан сабыйҙарға эсеү өсөн 17,7 миллион ҡап һөт, 6,4 миллион ҡап эремсек, 11,6 миллион йогурт етештерелгән, - тип хәбәр итә Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.- Бөгөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге йөклө ҡатындар, бала имеҙгән әсәләр һәм 3 йәшкә тиклемге балалар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәм уллыҡҡа алынған балалы ғаиләләр бушлай туҡланыу хоҡуғына эйә. Программа башланғандан алып республиканың 70 меңдән ашыу гражданы аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың "Һөт кухняһы" дәүләт автономиялы учреждениеһының филиалдары Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Белоретта, Сибайҙа һәм Үрге Ҡыйғы ҡасабаһында асылған, йәмғеһе 132 таратыу пункты ойошторолған. Шул иҫәптән 63 пункт тулы аҙна эшләй һәм продукцияны бушлай таратыуҙан тыш, балалар туҡланыуы өсөн аҙыҡ-түлекте ваҡлап һатыуҙы тормошҡа ашыра. Бөгөн ойошма 17 төр аҙыҡ етештерә.

Үҙебеҙҙең етештергән һөт ризыҡтарының һаҡлау мөҙҙәте ҡыҫҡа һәм тәбиғи составы бар, был уны сабый балаларҙы ашатыу өсөн бик ҡулай итә.

2021 йылда Роспотребнадзор тәҡдиме буйынса ассортиментҡа биойод менән байытылған йогурт индерелә. Был аҙыҡ мәктәпкәсә йәштәге һәм мәктәп йәшендәге балаларҙа йод етешмәүсәнлеген иҫкәртеү өсөн тәғәйенләнгән. Башҡортостандың "Һөт кухняһы" продукцияһының юғары сифаты федераль һәм республика конкурстарында абруйлы наградалар — Бөтә Рәсәй "Алтын көҙ" күргәҙмәһендә алтын миҙал менән бүләкләнеүе менән раҫлана. "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары" конкурсында дипломат титулы, Гран-при һәм "Беҙҙең бренд" конкурсының алтын миҙалдары, "Агрокомплекс" күргәҙмәһендә Гран-при һәм алтын миҙалдары менән бүләкләнгән.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас