Баш ҡаланың ҙур сиркәүҙәре һәм соборҙары урынлашҡан урамдарҙа бөгөн киске сәғәт 7-нән алып, 7 ғинуар иртәнге сәғәт 8-гә тиклем хәрәкәт туҡтатыла. Ҡала советы мәғлүмәттәре буйынса Маяковский (Архитектура киҫелешенән алып Калинина киҫелешенә тиклем), Бехтерева, Баязит Бикбай (Гагарин урамы менән киҫелешкән урын), Киров (Әй киҫелешенән Ветошникова киҫелешенә тиклем) һәм Амур урамдарында транспорт өсөн юлдар ябыла.