Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2024, 07:30

Йәнә йомортҡа...

Өфөлә сәйер хәлдәр күҙәтелә.  

Йәнә йомортҡа...Йәнә йомортҡа...
Йәнә йомортҡа...

Яңы йыл байрамдары алдынан йомортҡаға хаҡтарҙың кинәт артыуы халыҡты аптырашҡа ҡалдырғайны. Шулай ҙа байрам табынына ризыҡ әҙерләү өсөн барса халыҡ күпләп аҡһымға бай ризыҡты алды.

Һәм ... йәнә сюрприз! Һатып алыусылар йомортҡаның сифатына зарлана. Социаль селтәрҙәрҙә уның ҡабығында һоро тап булыуы һәм бешергәс был таптың йомортҡа ағында ла барлыҡҡа килеүе тураһында яҙмалар сыҡты. Әлегә был дефекттың нимәнән сығыуы һәм һаулыҡҡа тәьҫире тураһында билдәһеҙ.

Шулай уҡ Өфөнөң ҡайһы бер эре магазиндарында йомортҡа "юҡҡа сыҡҡан". Мәҫәлән, "Лента", "Ашан", "Окей" селтәрҙәрендә ул 1 ғинуарҙан уҡ һатыуҙа юҡ. Һөйөнөслө хәбәр ҙә бар: йомортҡаға хаҡ бер аҙ төшкән - 117 һумға табырға була.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас