Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Января 2024, 17:32

Тәүге таныҡлыҡтар тапшырылды

Кемдәр улар - Владимир Путиндың ышаныслы кешеләре?  

Тәүге таныҡлыҡтар тапшырылдыТәүге таныҡлыҡтар тапшырылды
Тәүге таныҡлыҡтар тапшырылды

Президентлыҡҡа кандидат Владимир Путиндың Үҙәк һайлау штабы рәйесе Владимир Машков буласаҡ һайлауҙарҙа ышаныслы кешеләргә беренсе таныҡлыҡтарҙы тапшырҙы.

Владимир Путиндың сайтында хәбәр ителеүенсә, таныҡлыҡтарҙы Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш трансплантологы Сергей Готье, балет артисы Сергей Полунин, осоусы-космонавт Сергей Крикалев, «Беҙ Рәсәй менән бергә» хәрәкәте рәйесе Владимир Рогов, Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты рәйесе Юлия Белехова һәм башҡалар алды. Ышаныслы кешеләре исемлегенә барлығы 346 кеше ингән.

Башҡортстандан ышаныслы кешеләр булып хирург, профессор, медицина фәндәре докторы Вил Тимербулатов һәм Республика инженерлыҡ лицей-интернатының химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров тора.

Рәсәй Президенты һайлауҙары 2024 йылдың мартында уҙасаҡ. Төп тауыш биреү өс көн дауам итә - 15 марттан 17 мартҡа тиклем. Ваҡытынан алдан тауыш биреү осоро 25 февралдән алып 14 мартҡа тиклем.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас