Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2024, 15:30

Илештәр алкоголь һатыуҙы тыя

Был ҡарар Яңы йылдың тәүге көнөндә үк ҡабул ителгән.

Илештәр алкоголь һатыуҙы тыяИлештәр алкоголь һатыуҙы тыя
Илештәр алкоголь һатыуҙы тыя

Илеш районының Теләкәй ауылы “Айыҡ ауыл” бәйгеһенең республика этабында ҡатнаша. Бында әүҙем һәм берҙәм халыҡ йәшәй. Улар яңы 2024 йылдың тәүге көнөндә үк ауыл халҡы араһында сход ойошторған һәм ауыл биләмәһендә алкоголь һатыуҙы тыйырға тигән уртаҡ ҡарарға килгән.

Был ыңғай башланғысты яҡташтар берләшмәһе етәксеһе Фәғитйән Зарипов тәҡдим иткән. Ауыл халҡы уны дәррәү күтәреп алған. Сходҡа тиклем халыҡ араһында фекерҙе белеү өсөн һорау алыу ойошторолған, ҡултамғалар йыйылған, уй-фекерҙәр һәм теләктәр билдәләнгән.

Был изге башланғыс ауыл халҡын сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙа ҙур этәргес булыр, тип белдерә ойоштороусылар.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас