"Ҡыҙыл Башҡортостан" республиканың һөт тармағы флагмандарының береһе,- тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер–министры урынбаҫары - Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. - Ауыл хужалығы предприятиеһында йыл башынан алып 8,3 мең тонна һөтө етештерҙе, һәр һыйырҙан уртаса тәүлек һауымы 29 килограмм тәшкил итә. Был - төбәктә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Хужалыҡта төрлө проекттарҙы тиҙ һәм һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу оҫталығы күрһәтелде лә инде. Шуға күрә уларҙың артабанғы пландары ла хуплауға лайыҡ.