Башстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1990 йылда был йәштәге әсәйҙәр өлөшөнә бөтә тыуымдың бер проценты тура килһә, 2022 йылда ул 4,3 процентҡа тиклем артты. Шуны ла билдәләргә кәрәк, 40 йәштән өлкән ҡатындарҙың 13 проценты тәү тапҡыр әсә булырға ҡарар иткән.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, 2023 йылдың туғыҙ айы эсендә иң өлкән йәштә бала табырға тәүәккәлләгән әсәгә 63 йәш тулған.