Төбәк Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районында 1 ғинуарға ҡараған төндә 40 йәшлек ир 13 йәшлек үгәй ҡыҙын көсләгән.
Даими эше булмаған ир был ҡара эште эскән көйөнсә ҡылған. Ҡыҙҙың әсәһе ул мәлдә ҡайҙа булғаны билдәһеҙ. Әйткәндәй, ҡыҙына ҡарата вәхшилек тураһында хоҡуҡ һаҡлаусыларға ал хәбәр иткән.
Ирҙе ҡулға алғандар, ул үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, көсләүсе ҡулға алынған.