Яугир
Тоғролоғом һиңә кәрәкмәй ҙә, Һин мохтаж да түгел антыма. Тик ни сәбәп менән һөйөү йөкмәп, Сығарҙы һуң Хоҙай алдыма? Һинең ҡулда хәҙер – минең хистәр, Һиңә бәйле хәҙер барыһы. Кем билдәләй ала ғишыҡ менән Ысын мөхәббәттең араһын? Быға тиклем һинһеҙ йәшәгәнмен, Артабан да, беләм, йәшәлер. Ҡарыйлыҡҡа әле етмәгәнбеҙ, Йөрәктәр ҙә беҙҙең йәш әле! Асманыңда һинең бармын микән? Өмөт итеп була нимәгә? Тик бер бөтөн яҡты йондоҙ булып Үҙем генә янам әлегә. Бына минең донъям! Минең ерем! Бына минең ғәзиз Ватаным! Яҡлаусыһы күреп заманымды Һине һалдатым тип атаным! Намаҙҙарҙы уҡып, доға ҡылдым Күңелемде һиңә асҡанда. Мин бар микән һинең күңелемдә? Һин бар, яугир, минең асманда. Лариса Абдуллина