Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ғинуар 2024, 09:30

Бәй! Бәләбәй районында бер апай урманда ғәйеп булған!

Кисә Мәтәүбаш ауылы янында ҡатыным юғалды тип ир кеше ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан. Баҡтиһәң, 68 йәшлек ҡатын төштән һуң сәғәт 4 тирәһендә ниңәлер урманға сығып киткән һәм ғәйеп булған.

Бәй! Бәләбәй районында бер апай урманда ғәйеп булған!Бәй! Бәләбәй районында бер апай урманда ғәйеп булған!
Бәй! Бәләбәй районында бер апай урманда ғәйеп булған!

Ваиға урынына Туймазынан ҡотҡарыусылар килеп еткән. Унан тыш, хоҡуҡ һаҡлаусылар, урындағы хакимиәт вәкилдәре һәм битараф түгелдәр эҙләргә сыҡҡан. Бер аҙҙан улар өшөп-туңып бөткән ҡатынды табып алғандар.

Ҡотҡарыусылар урманға сыҡҡанда һаҡ булырға, ғүмер һәм һаулыҡ менән шаярмаҫҡа кәңәш итә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас