Тюбингта шыуыу нимәһе менән хәүефле?
Иң ҡурҡыныс ҡышҡы ялдарҙың береһе – ул тюбингта шыуыу. Тюбингтың нимә икәнен барығыҙ ҙа яҡшы белә. Ул – тауҙан шыуыу өсөн тәғәйенләнгән һауа тултырылған тәгәрмәс. Ҡарап тороуға бик ябай һәм еңел генә идара итеп булырҙай тойолһа ла, уның менән бөтәнләй тиерлек идара итеп булмай. Тап шуның арҡаһында улар йыш ҡына түңкәрелә, юлдағы әйберҙәргә, шул иҫәптән кешеләргә барып бәрелә. Тюбингта шыуғанда берәй ерҙе ауырттырыға, һындырырға мөмкин. Хатта уның үлем осраҡтарына ла килтереүе ихтимал.
Өҫтәүенә, кешеләр йыш ҡына тюбингта тәғәйенләнмәгән урында шыуа. Йыһазландырылған зоналарҙа шыуыу өсөн махсус трассалар була, эшселәр шыуған ваҡытта бер генә тюбингтың төшөүен күҙәтә. Трассаның ситтәре селтәр менән уратып алынырға тейеш. Ә инде башҡа урында шыуғанда, йәрәхәт алыу хәүефе бермә-бер арта.
Шыуыу хәүеф тыуҙырмаһын өсөн
Нимәгә алмаштырырға мөмкин?
Хәүефле һәм идара итеп булмаған түңәрәктәр урынына тауҙан шыуыу өсөн башҡа ысулдарҙы ла ҡулланырға мөмкин. Шуларҙың иң арзаны – пластмассанан эшләнгән шыуғыс. Ул яңғыҙ боҙло йәки тапалған тауҙан шыуыу өсөн тәғәйенләнә. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: аяҡтар менән ултырһаң, был шыуғыс та идара ителмәүсәнгә әүерелә.
Тауҙан шыуыу өсөн иң яҡшыһы – ябай саналар. Улар менән идара итеп була, аяҡ менән туҡтатырға ла мөмкин. Ә инде алда ниндәйҙер ҡаршылыҡ булһа, бер яҡҡа ҡырын ҡоларға ярай.
Иң мөһиме – шыуған урында сығып торған ҙур боҙ киҫәктәре һәм ботаҡтар булмаһын.
Сана урынына ҡаршыуғысты ла файҙаланырға була. Уның руле бар, тимәк идара итеүе лә еңелерәк. Тик артыҡ шәп шыуғанда туҡтатыуы ҡыйын, сөнки тормоздары алда урынлашҡан. Шуға күрә лә тауҙан шыуғанда артыҡ ҡыумаҫҡа һәм икешәрләп ултырмаҫҡа кәңәш ителә.
Боҙҙа йәрәхәтләнеүҙән һаҡланыу өсөн
Күптәр ҡышҡыһын конкиҙа шыуыуҙы үҙ итә. Хәҙер иһә бының өсөн мөмкинлектәр ҙә киңәйҙе, ҡалаларҙа ҙур майҙандарҙа конькиҙарҙы ҡуртымға бирәләр. Әммә боҙҙа шыуыу ҙа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тотмағанда, сәләмәтлеккә зыян килтереүе ихтимал. Иң беренсе сиратта конькиҙы дөрөҫ һайларға кәрәк. Ул һеҙҙең аяҡ үлсәмендә булырға тейеш. Шулай уҡ яҡшы итеп нығытып бәйләргә онотмағыҙ. Конькиҙа шыуғанда өҫ кейеме лә еңел һәм уңайлы булһын. Ул һеҙҙең хәрәкәттәрҙе сикләргә тейеш түгел.
Шыуа башлар алдынан боҙҙоң өҫкө ҡатламы шыма һәм соҡорһоҙ булыуына инанығыҙ. Сөнки соҡорҙар булғанда ҡолап, йәрәхәтләнеү хәүефе арта.
Боҙға төшөр алдынан бер нисә минут ситтәге ҡоймаларға тотоноп тороп алығыҙ. Һеҙ шул рәүешле аяҡтарығыҙҙы конькиҙарға һәм боҙға әҙерләрһегеҙ.
Боҙҙа иһә билдәле йүнәлештә генә хәрәкәт итергә кәңәш ителә. Ғәҙәттә сәғәт уҡтарына ҡаршы йүнәлеште һайлайҙар. Артыҡ шәп шыуырға тырышмағыҙ, бының өсөн ныҡлы тәжрибә кәрәк. Шыуып барғанда коньки бауы ысҡынһа, шунда уҡ эйелеп бәйләргә ынтылмағыҙ, сөнки шыуып йөрөгән берәйһенең килеп бәрелеүе ихтимал. Ситкәрәк китеп, бер яҡ ҡабырғағыҙға ҡолап, шунан ғына бәйләргә кәңәш ителә.
Шыуған ваҡытта боҙҙағы башҡа ял итеүселәр менән бәрелешеүҙән һаҡланығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ боҙға яңғыҙ түгел, балағыҙ менән барған икән, бер аҙымға ла уны янығыҙҙан ебәрмәгеҙ.
Конькиҙа шыуғанда, йәрәхәтләнеүҙән һаҡланыу өсөн иң мөһиме – дөрөҫ ҡолау. Ҡолағанда бер яҡ ҡабырғаға йәиһә балыҡ кеүек итеп алға ҡоларға тырышығыҙ. Артҡа ҡоларға тырышмағыҙ, боҙға баш менән ныҡ итеп бәрелеү ҡурҡынысы бар.
Ҡолағанда конькиҙарығыҙ менән башҡаларҙы йәрәхәтләнеүҙән һаҡ булығыҙ.
Әгәр ҙә конькиҙа шыуған ваҡытта ҡолап, йәрәхәтләнергә тура килһә, мотлаҡ травматологҡа мөрәжәғәт итегеҙ.