

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Көйөргәҙе районынан 27 йәшлек ир идара иткән "Лада Приора"ны туҡтата. Документтарҙы тикшергәндә ир ялған водитель таныҡлығын күрһәтә. Хеҙмәткәрҙәр ЮХХДИ мәғлүмәттәр базаһында бындай водитель юҡлығына иғтибар итә, ә күрһәтелгән водитель таныҡлығының номеры буйынса Дағстан Республикаһынан икенсе фамилиялы ҡатын сыға. Билдәле булыуынса, ир бер ҡасан да водитель таныҡлығы алмаған. Уның һүҙҙәренсә, ялған документтарҙы ул интернет аша һатып алған. Иргә ҡарата административ материал төҙөлгән. Фальсификация факты буйынса ул артабан тикшереү өсөн урындағы полиция бүлегенә килтерелә. Автомобиль махсус туҡталҡаға ҡуйылған. Ялған таныҡлығы тартып алына. Хәҙерге ваҡытта енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.
Фото: БР ЮХХДИ.