

Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендә йәшәгән иргә 72 йәш, ә ҡатынына - 73. Олоғайһа ла, ир үҙенең ҡатынын көнләшеп хәлдән тая, уға көн күрһәтмәй икән. Был юлы ла, магазиндан ҡайтҡан әбейенән, ҡайҙа булдың, кем менән осраштың, тип төпсөнгән, төрлөсә янаған, бер нисә тапҡыр һуҡҡан да. Әбей күршеһенә ҡасып ҡотолған. Уның ғаризаһы буйынса килгән полиция хеҙмәткәрҙәре бабайҙан өс пар нунчаки, һунар мылтығын, ҡулдан эшләнгән пистолетты һәм йөҙләгән патронды тартып алған. Бабайҙы ҡулға алғандар, әлбиттә. Хәҙер уға закон алдында яуап тоторға тура киләсәк. Әбейен ҡаңғыртыуҙан бигерәк законһыҙ ҡорал өсөн.
Был турала Mash Batash телеграм-каналы хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.