Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2023, 12:00

“Һәр байрамға ошо салатты эшләйем...”

Тауыҡ ите менән бик тәмле салат.

“Һәр байрамға ошо салатты эшләйем...”
“Һәр байрамға ошо салатты эшләйем...”

Тауыҡ бото - бишәү (йәки ике тауыҡ түшкәһе)

150 г сыр

Дүрт йомортҡа

Ике баш һуған

Майонез

Ике ҡалаҡ шәкәр

Өс ҡалаҡ уксус

500 мл һыу

Ике помидор (эре булһа, берәү ҙә етә)

 

Һуғанды маринадларға: ярымҡулсалап турап, һауытҡа һалып, шәкәр һибеп, уксус, 500 мл ҡайнар һыу ҡойоп, һыуы һыуынғансы ултыртып торорға.

Тауыҡ итен бешерергә. Тиреһен-һөйәген алып, шаҡмаҡлап турарға. Иткә майонез ҡушырға ла, ярты массаны салат һауытының төбөнә һалырға.

Уның өҫтөнә маринадланған һуғандың яртыһын (һыуынан ныҡ итеп һарҡытығыҙ) һалып, майонездан сетка яһарға.

Өсөнсө ҡатҡа ҡырылған сыр (яртыһын) һәм уның өҫтөнә йәнә майонез һыларға.

Артабан – ҡырылған йомортҡалар.

Шул тәртиптә ҡабатларға: тауыҡ, һуған, сыр, майонез.

Иң өҫкә шаҡмаҡлап туралған помидор һалырға.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: