

Бөгөн, 29 декабрҙә, республикала бер аҙ ҡар яуыуы, иртән ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән ҡар һырынтылары булыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, иртән урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -7, -12градус.
Иртәгә, 30 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -9, -14, аяҙытҡанда -19, көндөҙ -2, -7, төньяҡ райондарҙа -12 градус.
Фото: Т. Аманов