

М-5 "Урал" трассаһының 1540-сы саҡрымында Томск өлкәһенән 46 йәшлек ир идара иткән "Volkswagen Tiguan" менән Силәбе өлкәһенән 38 йәшлек ир идара иткән "Mitsubishi Lancer" бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Mitsubishi" машинаһының 49 йәшлек пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була. Ике водитель дә дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.
Фото: БР ЮХХДИ.