

- 2023 йылдың ун айында телефон аферистары Башҡортостан халҡынан 2,6 миллиард һум аҡса урлаған, тәүлегенә, уртаса алғанда, 25 кеше алдана, - тип хәбәр итте матбуғат вәкилдәре менән һөйләшеү барышында БР буйынса Эске эштәр министры урынбаҫары, эске хеҙмәт генерал-майоры Евгений Полтавец.
Был аҡсаның бер бәләкәй генә өлөшө мутлашыусыларҙың үҙҙәренә була. Ҡалған суммалар ВСУ-ны финанслауға китә. Илебеҙҙе ҡаҡшатыу өсөн Көнбайыш кураторҙары идара иткән яҡшы көйләнгән тотош система эшләй. Шуға ла һаҡ булығыҙ!
Алданыусыларҙың 60 проценты - 29 йәштән алып 55 йәшкә тиклемге эшкә яраҡлы кешеләр: табиптар, уҡытыусылар, муниципалитет хеҙмәткәрҙәре, башҡа бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре. Зыян күреүселәр араһында республиканың ҙур предприятиелары, ойошмалары һәм ведомстволары етәкселәре лә байтаҡ. 65 йәштән өлкән пенсионерҙар был аяныслы рейтингта 28 процентты тәшкил итә, студенттар - 0,3 процент (сөнки уларҙың аҡсаһы юҡ). Енси яҡтан ҡарағанда, кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә ир-егеттәр йышыраҡ эләгә - 60 процент.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.