Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2023, 04:00

Милли проект буйынса ғаилә фермаһын асҡан

Ҡырмыҫҡалы районының Варшавка ауылынан Вәсим Кәримов ғаилә фермаларына булышлыҡ итеү буйынса грант конкурсында ҡатнашып, ниәтен бойомға ашырған.

Милли проект буйынса ғаилә фермаһын асҡанМилли проект буйынса ғаилә фермаһын асҡан
Милли проект буйынса ғаилә фермаһын асҡан
Вәсим Кәримов тәүҙә ауыл хужалығының төрлө тармағында эшләп ҡараған, ә 2016 йылдан малсылыҡты үҫтереүгә йүнәлеш алған. Ул ғаилә фермаларына булышлыҡ итеү буйынса грант программаһында ҡатнашҡан һәм конкурста еңеп сыҡҡан.
Грант суммаһына симменталь тоҡомло эре мал алған. Фермер ит тә, һөт тә етештерә. Варшавка продукцияһын тирә-яҡта яҡшы беләләр.
Тәжрибәле ауыл хужалығы эшсәне шулай итеп, булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, хужалығын үҫтерә.
Грант конкурсында ҡатнашығыҙ.
Источник и фото: Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас