

Ауырыуҙың билдәләре – юғары температура, ҡалтырау, үпкәлә ниндәйҙер төйөн барлыҡҡа килеү. Тамаҡ ауыртҡан һымаҡ булһа ла, йүткертмәй.
Тәүҙә был вирус тик балаларҙа асыҡланған, һуңғараҡ өлкәндәрҙең дә йоҡтороуы йышайған. Пекин дауаханаларына көнөнә 7000 – 8000 кеше һалынған.
Белгестәр белдереүенсә, бының тағы бер пандемия буласағын әле генә теүәл әйтеп булмай. Яңы вирустың атамаһы ла юҡ.
Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы баштараҡ был сирҙе микоплазма бактерияһы менән бәйләй ине, хәҙер икеләнеп ҡуйғандар шикелле. Ни өсөн тигәндә, Ҡытай медиктары әйтеүенсә, ҡурҡыныс бер ни ҙә юҡ, был бары тик миҙгел тымауҙары һәм коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙе бөтөрөү (башлыса битлекһеҙ йөрөүҙән күрәләр) сәбәпле “шартлаған” ауырыу. Йәнәһе, коронавирустан ҡурҡҡан кешеләрҙең иммунитеты көсһөҙ, саҡ ҡына сирләһәләр ҙә, ҡурҡыштан стресҡа биреләләр, шунан ОРВИ, киҙеү көсәйеп, тарала инде...
Тимәк, яңы пандемиянан ҡурҡырға сәбәп юҡ? Был һорауға аныҡ ҡына яуап бирмәгәндәр...