Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2023, 17:30

Бер тәүлеккә яҡын урманда аҙашып йөрөгән

Ағиҙел ҡалаһының дежур часына кисен пенсионер ҡатын шылтыратып, иртән һунарға сығып киткән 76 йәшлек иренең ҡайтмауын хәбәр итә.

Бер тәүлеккә яҡын урманда аҙашып йөрөгәнБер тәүлеккә яҡын урманда аҙашып йөрөгән
Бер тәүлеккә яҡын урманда аҙашып йөрөгән

Юғалған һунарсыны эҙләүгә шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар ебәрелә. Икенсе көндө иртән ЮХХДИ экипажы - полиция лейтенанты Руслан Сәғҙиев менән полиция кесе лейтенанты Артур Зуев - ирҙе Краснокама районы Һаҡлау ауылынан яҡынса 30 км алыҫлыҡта урман массивында таба.

Инспекторҙар урманда тәүлеккә яҡын булған иргә ярҙам күрһәтә, уны өйөнә алып ҡайта. Ирҙең ғаиләһе эҙләү һәм ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерә.

Ҡуянды эҙәрлекләгән һунарсы буран арҡаһында аҙашып, ҡайтыр юлды таба алмай интеккән була. Ярай ҙа, бәхетенән уны эҙләп тапҡандар.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

 

Бер тәүлеккә яҡын урманда аҙашып йөрөгән
Бер тәүлеккә яҡын урманда аҙашып йөрөгән
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас