Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2023, 13:30

Ат йылында тыуғандарҙы нимә көтә?

1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014 йылда тыуғандар өсөн 2024 йылға йондоҙнамә.

Ат йылында тыуғандарҙы нимә көтә?Ат йылында тыуғандарҙы нимә көтә?
Ат йылында тыуғандарҙы нимә көтә?

 Тыныс  һәм  бер аҙ һәлкәү йылдан һуң  көсөргәнешлерәк йыл килә. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар өсөн йыл һәр яҡтан да уңышлы булмаҡсы. Иң беренсе сиратта, финанс хәлегеҙ яҡшырыр, аҡса килеп кенә  торор. 2024 йылда   абруйлыраҡ һәм аҡсалыраҡ эшкә күсеү мөмкинлеге  тыуыр. Күптәр етәксе вазифа биләр. 

Шәхси мөнәсәбәттәргә килгәндә, әлеге йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар етәкселек итергә ярата.  Был иһә ғаиләлеләр өсөн бигүк яҡшы түгел. Яңғыҙҙар   эш урынында роман башлауы бар.  Әйткәндәй, уның аҙағы яҡшы тамамланыуы мөмкин.

Аждаһа йылы сәләмәтлек өсөн  файҙалы булған көн режимы һайларға булышлыҡ итер.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас