

Сәләмәт булам, тиһәгеҙ, туҡланыуға ҙур иғтибар биреү мотлаҡ.
Ит ашарға кәрәк. Тик ул ныҡ майлы булмаһын. Аҡһым күләме, гемоглобинды күтәреүсе матдәләре менән ит – файҙалы ризыҡ.
Диңгеҙ балығы ла – ҡышҡы рациондың мөһим бер өлөшө.
Авокадо һеҙгә йәш һәм шыма тиреле ҡалырға ярҙам итер.
Хөрмә, цитрустар, ҡабаҡ, һарымһаҡ, һуған да менюла булһа, шәп.
Бына ошо ризыҡтар ҡышҡы һыуыҡта һеҙгә бирешмәҫкә ярҙам итер, ти белгестәр.