

Был турала Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә әйтелде.
- Беҙҙең маҡсат - ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса лидер булыу. Бында әле күп эш башҡарылырға тейеш. Федераль аҡса йәлеп итеү өсөн профилле дәүләт программаларында әүҙем ҡатнашырға кәрәк. Инфраструктураны яҡшыртыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм сортлау буйынса эште дауам итергә, - тип Андрей Назаров санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөүҙе тамамларға кәрәклеген билдәләне.
Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/22624/
Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22624/