Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2023, 08:58

Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә төбәктең коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәренә ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеген билдәләне.

Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙамКоммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам
Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, яҙ етеү менән баҡсасы өләсәйҙәр һәм олатайҙар өсөн бушлай сауҙа участкалары ойошторорға кәрәк.

- Контроль идаралығы йөрөп ҡарап торасаҡ, мин һеҙҙән һорайым, хәҙер үк әҙерләнегеҙ, яңы урындар табығыҙ, - тип Радий Хәбиров Башҡортостандың ҡала һәм район башлыҡтарына мөрәжәғәт итте.

Фото: Башинформ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас