

Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты ағзаһы Светлана Бессараб салют, фейерверктар хәүефһеҙлек маҡсатында атылмаясағын белдерә.
Мәскәүҙә Яңы йылда һәм Раштыуала фейерверктар ҙа, салют та булмаясаҡ. Йәнә Ҡурган, Вологда, Мурманск, Рязань, Архангельск, Псков, Калининград, Брянск, Орлов, Курск, Липецк, Белгород, Һарытау, Новгород, Нижегород, Ростов өлкәләре, Ставрополь, Краснодар һәм Пермь крайҙары, Ҡабарҙы-Балҡар, Башҡортостан республикалары Яңы йылда салюттан баш тартҡан.
Фото: lenta.ru