

Әлбиттә, беҙ быйыл ғына түгел, киләһе йылдарҙа ла ғаилә хаҡында ҡайғыртырға тейешбеҙ. Әммә ил етәкселеге йәки республика етәкселеге бер йылға ниҙер бағышлай икән, беҙ уны ошо йүнәлештә көсөбөҙҙө туплау өсөн эшләйбеҙ. Беҙ Башҡортостанда Президенттың ғаиләне нығытыу буйынса ҡарарҙарын үтәйәсәкбеҙ. Шулай уҡ беҙ киләһе йылды Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан иттек. Быға күп көс, финанс средстволар йүнәлтелә. Ҡануниәтте, норматив базаны анализлайбыҙ, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, иң яҡшы теләктәр - һаулыҡ, балаларҙың сәләмәтлеге.
Фото: Олег Яровиков, Башинформ.