

Өфөнән 23 йәшлек ҡыҙға мессенджерҙарҙың береһенән "мобиль банк хеҙмәткәре" видео аша шылтыратып, билдәһеҙ кешеләрҙән аҡсаны тиҙ арала ҡотҡарырға кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Ҡурҡҡан ҡыҙ уға банк картаһы мәғлүмәттәрен әйтә һәм үҙенең телефоны экранына инеү мөмкинлеген бирә. Мут бәндә ҡыҙҙың исеменә бер нисә кредит картаһын рәсмиләштерә, һуңынан уларҙан 520 мең һум аҡса урлай.
Ошондай уҡ тоҙаҡҡа Бөрө, Ҡалтасы райондарында йәшәгән 52, 42 һәм 40 йәшлек ҡатындар ҙа эләгә. Уларҙың барыһына ла "мобиль банк операторҙары"нан видео аша шылтыратыуҙар килә. Аферистарҙың күрһәтмәләре буйынса, зыян күреүселәр үҙҙәренең мобиль телефонына экранды күрһәтеү функцияһын тоташтыра, ә һөйләшеүҙән һуң рәсмиләштерелгән кредиттар табыла. Өс кешегә килтерелгән дөйөм зыян - 1,5 миллион һумдан ашыу.
Әлеге ваҡытта был факттар буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Хөрмәтле граждандар, сит кешеләрҙән килгән тәҡдимдәргә иғтибарлыраҡ булығыҙ! Бер ниндәй шарттарҙа ла башҡаларға үҙегеҙҙең банк картаһы мәғлүмәттәрегеҙҙе, бигерәк тә кеҫә телефонығыҙға инеү мөмкинлеген бирмәгеҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Әйткәндәй, видео аша шылтыратҡанда муттар үҙҙәренең йөҙөн күрһәтмәй - тик "ҡара фон" ғына һеҙҙең менән һөйләшәсәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.