

Беҙҙә ҡыштар һыуыҡ, шуға ла кәзә йәки ҡуян мамығынан, һарыҡ йөнөнән бәйләнгән бейәләйһеҙ бер нисек тә булмай. Ҡала кешеһенә бирсәткә лә бара инде ул, ләкин ҡупшы ғына бейәләйгә етәме инде ни?
Ҡыҫҡаһы, байрам менән!
Бейәләйгә арналған йомаҡтар:
1. Биш егеткә бер ҡолаҡсын,
Уны тапмаған ситкә олаҡһын.
2. Биш балаға бер инә.
3. Биш ағайға бер күлдәк.
4. Биш малайға бер бабай.
5. Бәләкәй генә өйгә ҙур солан.
Тире бейәләй
1. Эсе мамыҡ, тышы ҡабыҡ.
Бейәләй кейеү
1. Дүртәү өйгә уҙа,
Берәү соланга инә.
Фото: автор.