- Мин бөтә бурыстарҙы үтәй алдыҡ тип әйтә алмайым. Әммә беҙ күп нәмә эшләнек, - тине Радий Хәбиров. - Дөйөм алғанда, республикабыҙ, хеҙмәт коллективтары, кешеләр был йылды яҡшы үтте. Минең ҡарашҡа, беҙ барыбыҙ ҙа төп бурысты - махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүҙе үтәнек. Беҙ иҡтисадыбыҙҙың үҫешен тәьмин иттек, ҡайһы бер ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, былтырғыға ҡарағанда ла яҡшыраҡ күп социаль мәсьәләләрҙе хәл иттек, төҙөлөштәрҙең бик күп өлөшө тамамланып килә. Бер көн элек ҡурсаҡ театры файҙаланыуға тапшырылып, балаларға яҡшы бүләк булды. Уларҙың йөҙҙәренән мин уларҙың бик бәхетле булыуын күрҙем. Иң мөһиме, был йылда республикабыҙҙың берҙәмлеген тағы ла нығыттыҡ.
Республика етәксеһе шулай уҡ киләһе йыл Рәсәйҙә - Ғаилә йылы, Башҡортостанда - Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы буласағын иҫкә төшөрҙө.
Фото:Олег Яровиков, Башинформ.