

- Уҙған биш йылда беҙ 310-сы сентябрь указы сиктәрендә эшләнек, унда был осор өсөн бөтә бурыстар билдәләнде. Беҙ Өфөлә транспорт инфраструктураһын яҡшыртыу өсөн күп эштәр башҡарҙыҡ: Көнсығыш сығыу юлын, Зинин юл үткәргесен, Пугачев урамын реконструкциялау менән Көньяҡ ҡапҡаһын төҙөйбөҙ. Быларҙың барыһы ла халыҡҡа ниндәйҙер уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыуы аңлашыла. Әммә әгәр быны хәҙер эшләмәһәк, баш ҡаланың әүҙем үҫешкәнен һәм йыл һайын халыҡ һанының арта барыуын иҫәпкә алып, Өфөнө транспорт коллапсы көтә ине. Алда беҙҙе яңы юл объекттары төҙөлөшө көтә. Дауаханалар, мәҙәни һәм спорт объекттары төҙөйәсәкбеҙ. Ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ төҙөк булырға тейеш, - тип билдәләне республика етәксеһе.
Фото: Олег Яровиков, Башинформ.