Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабря 2023, 08:25

24 декабрь Башҡортостан Конституцияһы көнө

Андрей Назаров республика халҡын Башҡортостан Конституцияһының 30 йыллығы менән ҡотланы.

24 декабрь Башҡортостан Конституцияһы көнө24 декабрь Башҡортостан Конституцияһы көнө
24 декабрь Башҡортостан Конституцияһы көнө

- Беҙ күптән түгел Рәсәй Конституцияһының юбилейы тураһында һөйләштек, ә бөгөн Башҡортостан Республикаһының Төп законының 30 йыллығын билдәләйбеҙ. Ике документ та бер йылда ғына түгел, ике аҙнанан да кәмерәк ваҡыт арауығында ҡабул ителә. Был конституция төҙөү процесының үҙәк кимәлендә лә, төбәктәрҙә лә синхрон үҫешкәнен күрһәтә, - тип яҙҙы төбәк кабинеты башлығы социаль селтәрҙә.

- Башҡортостан Конституцияһы төбәк власының эш итеү принциптарын нығытты һәм социаль гарантияларҙың ҙур комплексын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итте, - тип билдәләне Андрей Назаров.

Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәре.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас