

- Бындай ярҙам йәш белгестәрҙе ауылға ҡайтырға йәки күсергә этәрә. Һәм был һәр район өсөн мөһим, ауылдарҙа ла һәләтле балалар бар. Кем белә, бәлки, беҙҙә буласаҡ артист шөғөлләнәлер? Беҙ киләсәк быуындарға ярҙам итергә һәм уларға үҫешергә мөмкинлек бирергә тейешбеҙ, - тине Гүзәл Ишмөхәмәтова.
Бөрйән районының Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең флейта класы уҡыусыһы Илмир Ғәҙелшин үҙенең музыка ҡоралында "Ҡышҡы романс" көйөн башҡарҙы һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт буйынса совет ағзаларының алҡыштарына лайыҡ булды.
Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров республиканың дәүләт наградаларын мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры һәм Башҡортостандың Милли симфоник оркестры етәкселәренә "академик" исемен биреү тураһында дипломдар тапшырҙы.
Фото: О.Яровиков, Башинформ.