

Федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе бүлеге начальнигы - Эльмир Хөсәйеновтың мәғлүмәттәре буйынса, сара барышында яңы йыл шыршыһын законһыҙ ҡырҡыуҙың 1 осрағы асыҡланған, урмандарға килтерелгән зыяндың дөйөм суммаһы 3,7 мең һум тәшкил иткән. Был факт буйынса ғәйепле кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.
- Шулай уҡ өҫтәмә рәүештә башҡа урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙың 14 факты асыҡланған, шуларҙың 8 факты административ тәртиптә ҡаралған, 6 факты БР буйынса Эске эштәр министрлығына енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн тапшырылған. 260 УК РФ, - тип белдерә урман ведомствоһы вәкиле.
Законһыҙ әҙерләнгән ағастың дөйөм күләме 74,7 кубометр тәшкил итә, килтерелгән зыян суммаһы - 456,8 мең һум.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары ылыҫлы йәш ағас ҡырҡыу, әҙерләү һәм законһыҙ һатыу тураһында төбәктең Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчерҙар хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 йәки урман һағына 8-800-100-94-00 шылтыратып хәбәр итә ала.